+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
18 Апрель 2023, 05:30

Доға ҡылам

Доға ҡыламДоға ҡылам
Доға ҡылам

Уҡый белмәһәм дә доға ҡылам,

Рәхмәтемде әйтеп Хоҙайға.

Көслө итеп тыуҙырғаны өсөн

Ошо сихри,фани донъяға.

 

Бисмилламды әйтеп юлға сығам,

Ел-дауылдарына ҡарамай.

Өмөт итеүсегә булышамы,

Кем булыуына һис ҡарамай.

 

Иламайым,ауырлыҡтар килһә,

Эстән саҡырһам да, тыштан тын.

Беләм, сөнки сабыр булыу кәрәк,

Сабырлыҡтың төбө-һары алтын.

 

Уҡый белмәһәм лә доға ҡылам,

Шөкөрөнә ҡылып тормошҡа.

Рәхмәтлемен иҫән булыуыма,

Хоҙай биргән ошо яҙмышҡа.

Зәлиә НУРИӘХМӘТОВА.

Фото: pinimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас