+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
19 Апрель 2023, 07:10

Фытыр саҙаҡаһы биргәндә уҡыла торған доға

Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһы бирелә. Уны һәр мосолман кешеһе бирергә тейеш. Хәнәфи ғалимдары фекеренсә, фытыр саҙаҡаһын түбәндәге кешеләргә биреү дөрөҫ түгел:

Фытыр саҙаҡаһы биргәндә уҡыла торған доғаФытыр саҙаҡаһы биргәндә уҡыла торған доға
Фытыр саҙаҡаһы биргәндә уҡыла торған доға

әсәй-атайҙарға, өләсәй-олатайҙарға;

улдарға, ҡыҙҙарға, ейән-ейәнсәрҙәргә, уларҙың балаларына;

ирҙәр ҡатындарына, ҡатындар ирҙәренә.

Был саҙаҡа фәҡәт мохтаждарға бирелә һәм ошо доға уҡыла:

Раббәнә тәкаббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмиигуль-галиим
«Әй, Раббыбыҙ! Был саҙаҡаны беҙҙән ҡабул ит, дөрөҫтән дә Һин — Ишетеүсе һәм Белеүсеһең!»

Сығанаҡ: doga_islam

Фото: stihi.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас