

Диалекттарҙа әйсәләү, әйселәү, әйенселәү, байрамсылау, тип әйтелә. Башҡорттарҙа әйселәүселәрҙе мотлаҡ өйгә саҡырып, кәнфит, йыуаса, бауырһаҡ, башҡа тәм-том биреп сығаралар. Был байрамға өй хужалары алдан әйҙерләп ҡуя. Балалар ҙа был көндө ғөсөл ҡойона, таҙа кейемдәрен кейә.
Өйгә әйселәп ингәндә: «Ураҙағыҙ ҡабул булһын!» – тип әйтәләр. Ә хужалар: «Амин!» – тип яуап ҡайтарып, күстәнәс бирә. Һуңынан ғәйет сәйе ойошторола.
Видео: https://www.youtube.com/watch?v=DNX5m10qwJk
Фото: vk.com