+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
21 Апрель 2023, 04:00

Ураҙа ғәйете менән!

Әс-сәләмү ғәләйкүм, ҡәҙерле балалар!21 апрелдә Ислам диненең иң ҙур байрамдарының береһе – Ураҙа ғәйетен ҡаршылайбыҙ. Был байрам изге рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә үткәрелә. Изге, сөнки ошо айҙа изге Ҡөрьән китабы индерелә башлаған.

Ураҙа ғәйете менән!Ураҙа ғәйете менән!
Ураҙа ғәйете менән!

Рамаҙан айы дауамында беҙ ураҙа тоттоҡ. Ураҙа иртәнән кискә тиклем ашамау-эсмәү генә түгел, ә бөтә насар эштәрҙән тыйылыу, бер-береңә ярҙам итеү ул. Ураҙа байрамы көндө мосолмандар бер-береһен ҡотлай, бүләктәр бирешә. Һеҙ ҙә, дуҫтарым, ошо байрамда атай-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе һәм дуҫтарығыҙҙы ҡотлап ҡыуандырырға онотмағыҙ.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе
Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН.

Фото: userapi.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас