

Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш:
Әлхәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәни үә сәҡани үә жәғәләни минәл-мүслимин. Аллаһүммә бәрик ләнә фиһи үә әтғимнә хайран минһү. Аллаһүммә әтғимнә ризҡан хәләлән үә әнтә хайрур-разиҡин. Аллаһүммә нәүүир ҡулүбәнә үәр-хәмнә үәр-ҙа ғәннә. Үә әғтинә тәмәмә ниғмәтикә үә дәүәмә ниғмәтикә үә тәмәмә тәүфиҡиҡ.
Бихүрмәти нәбиййик. Үәл-хәмдү, лил-ләһи раббил-ғәләмин.
Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, ашауҙан теләгегеҙ бөтмәйенсә туҡтамағыҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.
Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.
Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла, аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.
Сығанаҡ: “Атайсал” гәзите.
Фото: З. Хәкимова.