

Башҡаса ғәфү итмәйем, тип әйтер алдынан, нисә тапҡыр һине ғәфү иткәндәрен иҫлә.
Һинең бер нәмәң дә булмауы бәлә түгел. Бөтә нәмәң булып та бәхет тоя белмәүең бәлә.
Бөгөн кешеләр өсөн бөтә нәмә лә бар: декабрҙә — умырзаялар, ғинуарҙа — ҡурай еләге, майҙа — мандариндар... Бер генә нәмә етешмәй: кешелеклелек.
Кешене белгең килһә, уның тураһында нимә һөйләгәндәрен тыңлама, ә ул үҙе башҡалар тураһында нимә һөйләгәнен тыңла.
Күңелеңә ауыр саҡта — тәбиғәтте тыңла. Уның тауыштары меңләгән кәрәкһеҙ һүҙҙәргә ҡарағанда нығыраҡ тынысландыра.
Етешһеҙлектәреңде әйтеүсе – һәр ваҡыт дошман түгел. Өҫтөнлөктәреңде күрһәтеүсе – дуҫ булмауы ла мөмкин.
Кешегә булыша алаһың икән — булыш, булыша алмаһаң — доға ҡыл, доға ҡыла белмәһәң — кеше тураһында яҡшы уйҙар уйла. Яҡшы уйҙар шулай уҡ ярҙамға тиң.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: З.Хәкимова.