+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Матур теләктәр

“Өс кешенең теләге: рәнйетелгәндең, мосафирҙың һәм дә ата-әсәнең балаһы өсөн әйтелгән теләге, һис шикһеҙ, ҡабул булыр”, – тип әйтелә хәҙистә (“Тирмиҙи”, “Ибн Мәджә”).

Матур теләктәрМатур теләктәр
Матур теләктәр

Күптәр ошо хәҡиҡәтте аңлап етмәй, Алланан һорап була икәнен белмәй йәки, киреһенсә, аңғармаҫтан яңылыш нәмә теләүе ихтимал. Ҡайһы бер оло кешеләрҙең, балама бәхет һорай белмәгәнмен, тип үкенгәндәрен ишеткәнем бар. Ошо хәҙискә таянып, йәш ғаилә сабыйҙары өсөн даими рәүештә доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән балаларына бәхет, тәүфиғын, байлығын һорап, һәм башҡа матур теләктәр теләргә онотмаҫҡа тейеш.

Ислам дине шулай уҡ балалары күп булған ғаиләлә уларҙың һәр береһенә ғәҙел булыуҙы талап итә. Береһенә бүләк алһаң, башҡаларын мәхрүм итергә ярамай. Бындай ғәҙелһеҙлектәр ҡабатлана килһә, улар араһында татыулыҡ булмай, Аллам һаҡлаһын, дошманлыҡ булыуы ла ихтимал.

Сығанаҡ: "Ватандаш".

Фото: Интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас