+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Йома - изге көн

Йома кесаҙна ҡояш байығас башлана һәм алдағы көндөң ҡояшы байығансы дауам итә.   Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа.

Йома - изге көнЙома - изге көн
Йома - изге көн

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: «Йома — Аллаһ алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, — тип әйткән. — Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яралтыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә — йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Аллаһ әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ».

Йома көн юлға сығыр­ға, йәғни бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай, тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа һаҡланып килә. Был тыйыу тотош йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы һәм уны нин­дәй­ҙер берәй хөрәфәт менән бәйләмәй.

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас