+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
15 Август 2023, 12:00

Күҙҙәренән нур бөркөлә

Яулыҡ ябынған, оҙон күлдәк кейгән мосолман ҡыҙҙарына һоҡланып ҡарайым. Учалы районы Мәҫкәү ауылында шундай һөйкөмлө, илгәҙәк бер ҡыҙ менән таныштым. Нәркәс Бүләкованың, етенсе синыфҡа ғына күсһә лә, фекерләүе ололарса. Әйҙәгеҙ, үҙе менән танышайыҡ.

Күҙҙәренән нур бөркөләКүҙҙәренән нур бөркөлә
Күҙҙәренән нур бөркөлә

– Нәркәс, үҙең һәм ғаиләгеҙ хаҡында тиҫтерҙәреңә аҙыраҡ һөйләп үт әле.
– Ғаиләлә биш кешебеҙ, мин – уртансы бала. Яҡшы уҡыйым, олимпиадаларҙа ҡатнашып торам. Башҡорт, урыҫ телдәре, география дәрестәрен үҙ итәм. Һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға яратам. Шулай ҙа киләсәктә ме­дицина юлынан китергә хыялланам: кешеләрҙе дауалағым килә.
Һәр ғаиләләге кеүек, беҙ­ҙең дә яратҡан байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ бар. Ураҙа, Ҡорбан ғәйете, мосолман календары буйынса Яңы йыл, ә күмәкләп йыйыл­ғанда, Шәжәрә, Ҡарға бут­ҡаһы байрамдары оҡшай.
– Яулыҡ ябыныу һинең өсөн нимә аңлата?
– Беренсенән, Аллаһы Тәғәлә ошо рәүешле мине бөтә яманлыҡтарҙан һаҡлай. Икенсенән, сит күҙҙәр күрергә тейешле булмаған ер­ҙәребеҙҙе лә ҡаплай ул яулыҡ.
– Дингә килеү ауыр булманымы? Ҡайһы бер оло кешеләр ҙә баҙнат итмәй, намаҙға баҫырға әҙер түгелмен, тип кенә ҡуялар...
– Ауырлыҡтар булды, әм­мә миндә баштан уҡ ниәт бар ине. Шуға дөрөҫ итеп тәһәрәт алып, намаҙ уҡырға тиҙ өйрәндем. Яйлап доғалар ҙа аңлайышлы була бара. Мәсеттә ғәрәп хәрефтәрен өйрәттеләр, Ҡөръәнде уҡый башланым. Әйткәндәй, ауылыбыҙҙа мәсет асылыу менән, ошонда йөрөйәсәкмен, тигән уй килгәйне.
– Һинең өсөн нимә яңылыҡ булды?
– Аллаһ берәү икәнен аңланым. Ул булған, бар һәм буласаҡ.
– Йәштәштәреңә ниндәй кәңәштәр бирер инең?
– Мәсеткә йөрөһөндәр, аят, мосолман байрамдарын ҡалдырмаһындар, ураҙа тотоп ҡараһындар. Һәм, әлбиттә, барыһына ла тик изгелек кенә теләргә кәрәк – ул барыбер үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайта.
Нәркәс менән әңгәмәнән һуң йәш быуынға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Розалина һәм Ғазим Бүләковтар ҡыҙҙарына дөрөҫ тәрбиә бирә. Ғөмүмән, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы, бар яҡтан килгән ғаилә ул.


Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас