

«Әстәүди ғүкүмү ллааһа әлләҙи ләә тәдииғү үә дәәиғүһү».
«Аманат итеп Аллаһҡа бирәм. Уға һаҡланыуға бирелгән юғалмай». Хәҙрәт Ғүмәр бер мәле улын яурынына ултыртҡан бер ирҙе күрә. Ир менән улы йөҙҙәре менән бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшағандар, хатта хәҙрәт Ғүмәр: «Собханаллаһ», — тип түҙмәй көлөп ебәрә. «Улың үҙеңә шул тиклем оҡшаған, бына ҡап-ҡара ҡарға балаһы ҡап-ҡара ҡарға инәһенә оҡшаған кеүек».
– Эй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ, һөйләйем, ни эшләп миңә оҡшағанын.
– Һөйлә, әйҙә – тине хәҙрәт Ғүмәр. – Был бала әсәһенең ҡорһағында булғанда, миңә сәфәргә сығырға тура килде. Өйҙән юлға сығыр мәлдә доға ҡылдым: «Йә, Аллаһ, Һиңә аманат итеп ошо әсәһе ҡорһағында ятҡан, әле тыумаған баланы ҡалдырам, һаҡла үҙен, Һиңә тапшырҙым», – тип әйтеп, юлға ҡуҙғалдым. Бер-нисә айҙан ҡайтһам, туғандарым әйтә: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һин киткәс, йөклө ҡатының ауырып китеп, үлеп ҡалды». Ағайым менән ҡәберлеккә, ҡатыным ятҡан ергә барҙыҡ. Ҡәбер эргәһендә ултырабыҙ... Сеү, бер мәл ҡолағыбыҙға бәләкәй баланың илаған тауышы ишетелә. Собханаллаһ! Ҡәбер эсенән ишетелә! Ҡабаланып ҡәберҙе ҡаҙып, астыҡ... Ни ғәжәп?! Тере бала һәм үлгән ҡатыным ята. Үле ҡатынымдың кәүҙәһе бер ҙә ҡараймаған да, серемәгән дә. Тере саҡта нисек ине — шул көйө, ә бала ҡатынымдың күкрәген имеп ята. Был бала ҡәбер эсендә тыуған һәм әсә һөтөн имгән. Баланы йәшәгән ергә алып ҡайтып, ғалимдарға күрһәттем. Улар: «Һин сәфәргә сыҡҡанда берәй доға уҡыныңмы? Нисек уҡының?» – тип һорайҙар. Мин: «Эйе, ошо тыумаған баланы Һиңә (Аллаһҡа) тапшырҙым» – тип, доға ҡылдым. Ғалимдар шулай тип яуап ҡайтарҙы: «Ал Аллаһҡа ҡалдырған аманатыңды — улыңды, әгәр ҡатыныңды ла Аллаһҡа өмөтләнеп ҡалдырған булһаң, улда тере булыр ине...».
Йә, халыҡ! Бар булмышығыҙҙы, бар эшегеҙҙе, һәр нәмәгеҙҙе Аллаһҡа тапшырығыҙ! Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләре. Мин-минлегеҙҙе бөтөрөгөҙ! Бөтәһен дә: тыуыуын да, йәшәүен дә, ризығын да, малын да, бәрәкәтен дә Аллаһ бирә. Шөкөр итегеҙ!
Нәзир Сабитов.
"Әбйәлил" сайтынан алынды.
Фото: интернет селтәренән.