+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
12 Октябрь 2023, 10:10

Хәйер-саҙаҡа биреү тәртибе

Кесе йома көнө – әруахтарға. Йома көн төшкә тиклем биреп өлгөрөгөҙ.

Хәйер-саҙаҡа биреү тәртибе
Хәйер-саҙаҡа биреү тәртибе

Саҙаҡа биргәс, уҡыла торған доға:
«Раббәнәә тәҡәббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмииғүл-ғәлиим».
(Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән уны ҡабул, ит, сөнки һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең). «Аллааһүммәхфәҙ сәхибә һәәҙиһис-садәҡати ғәнил әәфәәти үәл бәлиййәәти үәғфир ҙүнүүбәүү үә әккид иимәәнәһү үә әкҫир әмүәәләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».
(Әй, АллаҺы ошо саҙаҡа биреүсене әфәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә гонаһтарын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә унын малдарын арттыр, үә уны хәйерле маҡсаттарына ирештер).
Йә, Раббым! Ошо саҙаҡа биргән кешеләргә уҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул итеп ал, уларҙын сауабын барлыҡ көтөп ятыусы әруахтарҙын рухтарына барып еткереп, уларҙы шатландыр. Ошо саҙаҡа биреүсе кешеләрҙе бәләләрҙән, ҡазаларҙан, әфәттәрҙән, ауырҙарҙан һаҡла, гонаһтарын ғәфү ит, имандарын ҡеүәтләндереп, малдарын артыр.
Йә, Аллам! Ошо кешеләргә күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғыл, тулы иман, тыныслыҡ һәм сәләмәтлек бир. Уларға бәхетле, шатлыҡты, оҙон ғүмер, тигеҙ һәм матур таҙа тормош насып ит.
Эй донъяларыбыҙҙы күреп-белеп тороусы, күңелдәребеҙҙә булған теләктәребеҙҙе белеп тороусы Аллаһ, эшләгән бөтөн изгелектәребеҙҙе, бигерәк тә биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Саҙаҡа эйәһенән өмөт итеп ятҡан барлыҡ мәрхүмдәрҙең рухтарын шат ҡыл. Ҡәберҙәрен нурлы ит. Хисаптарын еңел итеп, беҙҙән риза булған хәлдәрендә тыныс ятыуҙарын насыйп ит.

Эй Аллам, саҙаҡаһын биргән кешене бөтөн насарлыҡгарҙаң һаҡла, тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, малдарына бәрәҡәт биреп, бөтөн изге эштәрен уңышлы ит. Өйҙәрендә һәм йөрөгән юлдарында бәлә-ҡазаларҙан, әфәттәрҙән һәм бөтә ҡурҡыныстарҙан һаҡла, ярҙамындан ташлама. күңелдәрен дә ниндәй изге ниәт-теләктәре булһа -шуларҙы ҡабул ит, изге маҡсаттарына ирешергә насип ит. Ошо донъянан имен менән үтеп, йәнәттәренә инергә уларға насип ит. Әмин.
Эй Раббым! Аллам. Үҙендең ризалығынды өмөт итеп, Пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ислам диненең алға барыуын өмөт итеп биргән был кешеләрҙең хәйер-саҙаҡаларын киң рәхмәтең менән ҡабул ит.
Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — Аллаһы Тәғәлә уйламаған ерҙән ҡайтарып, киң ризыҡтар, хәләл малдар, ләззәтле тәғәмдәр менән ирештерһә ине.
Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — хәйер биргәндә күңелегеҙҙә ниндәй изге морат-маҡсаттарығыҙ булһа, хәйерле, изге морат-маҡсаттарға ирешергә насип булһын ине.
Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — Аллаһ Тәғәлә һеҙгә йомартлыҡ дәрәжәһе биреп, Ҡиәмәт көнөндә үҙ малығыҙ булһа ине, үҙҙегеҙҙе ҡаршы ала торған нур булып, тамуҡ утына пәрҙә булһа ине.
Эй Аллам, ошо саҙаҡа биреүселәрҙе әфәттәрҙән һаҡла һәм уларҙын малдарын арттыр, һәм хәйерле маҡсаттарына ирештер, уларҙын гонаһтарын ғәфү ҡыл, уларҙын иманын ҡеүәтлә. Әмин

Фото һәм сығанаҡ: ”Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: