+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

2024 йылдағы мөһим дини даталар

2024 йылда мөһим дини даталар ҡайһы көндәргә тура килә? Рамаҙан айы ҡасан башлана?

2024 йылдағы мөһим дини даталар
2024 йылдағы мөһим дини даталар

11 март – изге Рамаҙан айы башлана.
Исламдың биш көнөнөң береһе булған ураҙа ғибәҙәте ошо айҙа ҡылына. Ул – һәр мосолман өсөн фарыз (һаулығы буйынса сикләүҙәр булмаһа) ғәмәл, шулай уҡ әжер-сауаптарға ирешеү өсөн бик оло форсат.

31 март – 9 апрель – Рамаҙан айының һуңғы ун көнө.
Был осор эсендә мең айҙан да хәйерлерәк булған Ҡәҙер кисе йәшеренгән. Хәҙистәргә ярашлы, уны таҡ төндәрҙә көтөргә кәрәк, тимәк, Рамаҙандың 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы көндәрен ғибәҙәттәр ҡылып үткәрергә тырышығыҙ.

10 апрель – Ураҙа ғәйете.
Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан оло байрам. Был көндө ауыл-ҡалаларҙа ғәйет намаҙҙары уҡыла, мосолмандар Аллаһты йышыраҡ иҫкә ала, данлай, шулай уҡ бер-береһе, туғандары менән ҡунаҡ булыша, ҡотлаша.

15 июнь – Ғәрәфә көнө.
Зөлхизә айының 9-сы көнөндә төрлө-төрлө ҡитғаларҙан, йөҙәрләгән илдән хаж ғибәҙәтен үтәү ниәте менән йыйылған миллиондарса хажи Ғәрәфә тауында доға, истиғфар һәм намаҙ ҡыла. Был мөбәрәк көндө ураҙа тотоп үткәреү хуплана.

16 июнь – Ҡорбан ғәйете.
Зөлхизә айының 10-сы көнө – ҙур байрам. Ҡорбанға тәғәйенләнгән малды боғаҙлау ғәйет намаҙынан һуң башлана һәм өс көн дауам итә. Мосолмандар Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан сала, ҡунаҡҡа саҡырыша, иттең өстән бер өлөшөн мохтаждарға тарата. Һәр ерҙә: “Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләллаһу үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд”, – тип тәкбир әйтелә.

16 июль – Ғәшүрә көнө.
Мөхәррәм айының 10-сы көнөн ураҙа менән үткәреү хуп күрелә. Бер хәҙистә әйтелеүенсә, Ғәшүрә көнөнөң уртаһында Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ ансарҙар йәшәгән ауылға кеше ебәргән һәм шуны әйтергә ҡушҡан: “Кем бөгөн ураҙала түгел, шул ҡояш байығансы ашау-эсеүҙән туҡтаһын, ә кем иртәнән бирле ураҙа тота, шул дауам итһен”.
Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек сауап алыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам”, – тигән.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ, Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас: “Киләһе йылға тиклем йәшәһәм, туғыҙынсы Мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын”, – тигәне билдәле. Ләкин уға ﷺ киләһе Мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булмаған. Ә беҙҙең Мөхәррәм айының туғыҙынсы көнөн дә, унынсыһын да ураҙа, истиғфәр, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинлегебеҙ бар.

barakat төркөмөнән алынды. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: