+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур нәсихәт һәм зирәк доға

Бер күпте күргəн уҡымышлы кешенəн: Һин нисек шул тиклем тыныс, сабыр була алаһың? – тип һорағандар. Ул яуабында: Бик күп уҡып, тəжрибəмдән сығып, тормошомдо  5 мөһим  нигеҙ- бағана өҫтөнə “ултырттым”.

Матур нәсихәт һәм зирәк доға
Матур нәсихәт һәм зирәк доға

МИҢӘ ЯҘҒАН РИЗЫҠ МИҢӘ БУЛАСАҠ. Шуны аңланым həм тынысландым.

АЛЛАНЫҢ МИНЕ ҺƏР ВАҠЫТ КҮРЕП, КҮҘƏТЕП ТОРОУЫН аңланым həм тыйнаҡландым.

МИН ЭШЛӘЙ БЕЛГƏН ҺƏМ БАШҠАРЫРҒА ТЕЙЕШ БУЛҒАН ЭШТЕ БАШҠА БЕР КЕМДЕҢ ДƏ ЭШЛƏМƏЙӘСƏГЕН аңланым həм ең һыҙғанып эшкə тотондом.

ЙӘШƏҮҘЕҢ АХЫРЫ ҮЛЕМ  икəнен аңланым həм шуға əҙерлəнə башланым.

ЯҠШЫЛЫҠта, ЯМАНЛЫҠ та ОҘАҠ ЙӘШӘЙ икəнен аңланым, шуға күрə яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым, – тигəн.

Доға ҡылыу

Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил-гәәләмиин. Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү гәләә расүүлинә Мүхәммәдин вә гәләә әәлиһи вә әсхабиһи әҗемәгыйин.

Йә Раббым Аллаһ! Беҙгә БАЙЛЫҠ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир, сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ. Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас!

КӨС бирһәң, АҠЫЛ һәм ХИКМӘТ тә бир, сөнки көс булып, АҠЫЛ - ХИКМӘТ булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер-нимә бирмәҫ!

ДӘРӘҖӘ бирһәң, ТҮБӘНСЕЛЕК тә бир, сөнки ТҮБӘНСЕЛЕК дәрәжә үкенескә алып килә.

МАТУРЛЫҠ бирһәң, ОЯТ та бир, сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә.

ҺЫНАУ һәм АУЫРЛЫҠ бирһәң, САБЫРЛЫҠ та бир, сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙы үтеп булмай.

ИМАН бирһәң, НЫҠЛЫҠ та бир, сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм әхирәттә ҡотҡармай.

Йә Раббым! Тәүфиғемде киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңды сәс, күңел көҙгөһөн сафландырып тор, бөтә мөшкөл эшемде тиҙ хәл ҡылып тор.

Яғымлы ҡыл телемде, ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ҡыл, ауырлыҡтарҙан ҡотолорға ошо тел менән.

Миңә йомарт бул, Аллаһым. Бәхетле ит йәшәүемде. Арттыр хәйерле ғилемемде, еңеләйт ғилем алыуымды. Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле, Аллаға шөкөр итә белһәм ине. Уҡыуым һәм ғилемемде алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын һәм бер ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен ине, белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын.

Аллаһ Тәғәлә риза булған ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Рәсүл Әкрәм шәфҡәтлелегенә лайыҡ булһам ине! Әәмиин

Йәә Раббил гәәләмиин!

КӘҢӘШ:
Аллаһ ризалығы өсөн ошо доғаны таратығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷽ әйткән:

Кем яҡшы ғәмәл эшләргә өйрәтеп ҡалдыра, уға шул эше өсөн, был ғәмәлде ҡылыусыға килгән әжер-сауап килеп торор.

Сығанаҡ :“Күгиҙел ауылы Ағинәйҙәре” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: