Ислам динендә иң дәрәжәле кистәрҙең береһе ул. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә пәйғәмбәрлек бирелгәндең 9-сы йылында ул Аллаһы Тәғәлә әмере буйынса күккә күтәрелгән, йәннәт һәм йәһәннәмде күргән. Миғраж һүҙе ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә "күккә күтәрелеү" тигәнде аңлата. Был мөғжизә Мөхәммәт пәйғәмбәргә генә бирелгән. Шул ваҡыттан мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән.
Миғраж кисен изге эштәр эшләп, ҡөрьән уҡып, доға ҡылып үткәреү һәйбәт.
Фото: "Бәйләнештә".