+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рамаҙан айы башланды

11 мартта мосолмандар беренсе көн ураҙа тота. Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашағандан һуң былай тип ниәт әйтелә:

Рамаҙан айы башландыРамаҙан айы башланды
Рамаҙан айы башланды

«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисәл-лил-ләһи Тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым”.

Ҡояш байығандан һуң ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Алла¬һүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғади мин шәһри рамаҙәнә нәүәйтү фәғфирли мә ҡаддәмтү үә мә әххәртү». Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ошо ураҙамды һинең ризалығың өсөн генә тоттом, һиңә иман килтерҙем, һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гөнаһтарҙы ғәфү итеүсе Алла, минең әүәлге гөнаһтарымды ла, һуңғы гөнаһтарымды ла ярлыҡа».

Изге рамаҙан айында ураҙа тотоу - Ислам динендәге биш бағананың береһе ул. Ураҙа айында ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ күңелдәребеҙҙе сафландырһа, ашауҙан тыйылып тороу һаулығыбыҙҙы яҡшыртырға булыша. Эске ағзалар ял итә, күҙәнәктәр яңыра, ҡан әйләнеше һәйбәтләнә, холестерин кәмей. Быны ғалимдар ҙа раҫлаған. 

Ураҙа тотҡанда өҫтәлдә файҙалы, тәбиғи ризыҡтар булыуы һәйбәт. Сәхәрҙә бутҡа, йомортҡа, ит, балыҡ, эремсек кеүек туҡлыҡлы ризыҡтар ашауға кәрәк.

Рамаҙан айын Ҡөрьәнде өйрәнеүгә, доғалар ятлауға бағышлайыҡ. 

 

 

Рамаҙан айы башланды
Рамаҙан айы башланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас