+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әмирхандың шиғыр һөйләгәне

Өфөнән алты йәшлек Әмирхан Баҡыев бик матур шиғыр һөйләй. Тексын сайтта бирҙек.

Әмирхандың шиғыр һөйләгәне
Әмирхандың шиғыр һөйләгәне

Һыҙылып ҡыҙыл таң ата,
Яңы көн тыуа.
Дан таңдың хужаһына –
Лә иләһә илләллаһ!

Күк күкрәй, ямғыр яуғанда
Ниндәй саф һауа.
Кем һуң ямғыр яуҙырыусы?
Лә иләһә илләллаһ!

Ямғырҙан һуң бар йәшеллек
Һыуға туйынып ҡала.
Һәр бер япраҡ зикер әйтә:
Лә иләһә илләллаһ!

Болот ҡаса, ҡояш сыға,
Нуры менән ерҙе ҡоса,
Ҡоштар һайрай, йәйғор балҡый,
Күбәләктәре оса...

Бар тереклек маҡтай Уны,
Бар тереклек данлай Уны,
Бар тереклек паклай Уны.
Унан башҡа илаһ бармы?
Лә иләһә илләллаһ!

Шул матурлыҡ араһында,
Йәшәй әҙәм балаһы.
Тик ниңәлер иҫкә алмай
Аллаһын...

Зәңгәр күктән төшөп ҡояш,
Ҡыҙыл офоҡҡа сума...
Иҫкә ал, кеше, Раббыңды,
Лә иләһә илләллаһ!

                                     Булат Кәримов.


   

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: