+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Саҙаҡаны аҡсаһыҙ ҙа биреп булғанын беләһегеҙме?

Сәләм таратыу. Йылмайыу. Йылы һүҙ."Йылы һүҙ ҙә - саҙаҡа" тигән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ. (Бохари.)

Саҙаҡаны аҡсаһыҙ ҙа биреп булғанын беләһегеҙме?
Саҙаҡаны аҡсаһыҙ ҙа биреп булғанын беләһегеҙме?

Мәсеткә барыу.
"Мәсеткә табан яһалған һәр аҙым - саҙаҡа". (Бохари, Мөслим.)

Юлдағы ҡамасауҙы алып ҡуйыу.
"Юлда ятып зыян килтергәндәй, сәнскеле нәмәне йә һөйәкте ситкә алып ҡуйыу - саҙаҡа". (Бохари, Мөслим.)

Саҙаҡаны тәү сиратта үҙ ғаиләңә, һинән хәстәр өмөт иткән яҡындарыңа бир. (Мөслим.)
Йәғни, саҙаҡа өләшеүҙе һинең яуаплылығыңда булған ғаиләңдән башлау хәйерле.

Аҙашҡанға ярҙам итеү.
"Ташландыҡ урында аҙашҡан бәндәгә дөрөҫ юл-йүнәлеш әйтеп ебәреү - саҙаҡа".

Мохтаждарға ярҙам.
"Ауыр хәлдә ҡалғандарға, кәмһетелгәндәргә ярҙам ит". (Бохари, Мөслим.)

Кемделер ашатыу, туйындырыу.
"Кешеләрҙе һыйлау, шулай уҡ белгән дә, белмәгән дә кешеләр араһында сәләм таратыу" тигән пәйғәмбәребеҙ". (Бохари, Мөслим.)

Ағас ултыртыу.
"Әгәр ҙә мосолман ағас ултыртып, йә нимәлер сәсеп, уның емеше менән ҡош, кеше йә иһә йәнлек туҡлана икән, был да мәрхәмәтлек йөҙөнән сарыф ителгән саҙаҡа кеүек ҡабул ителә".

Ғәҙеллек яҡлы булыу.
"Ике кеше араһындағы бәхәсте ғәҙел хәл итеү - саҙаҡа". (Бохари, Мөслим.)

Физик ярҙам күрһәтеү.
"Кемдеңдер йөгөн юл йөрөү малҡайына тейәп биреү ҙә - саҙаҡа". (Бохари, Мөслим.)

Тыйылғандан тыйылыу.
"Рөхсәт ителмәгәндән йырағыраҡ йөрөгөҙ, был да һеҙҙән саҙаҡа булыр". (Бохари, Мөслим.)

Сығанаҡ: “Бәрәкәт" журналы төркөмөнән.

Фото: smartik.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: