+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

5 апрель — Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисендә ошо доғаны уҡыу бигерәк тә һәйбәт:

5 апрель  —  Ҡәҙер кисе
5 апрель — Ҡәҙер кисе

«Аллааһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәннии».
(Аллаһым! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине ғәфү ит!) 

2024 йылда Ҡәҙер кисе 5-нән 6 апрелгә табан төнгә тура килә. Ҡөръәндә 97-се сүрә уға арналған. 5 аяттан тора: 

1. "Хәҡиҡәт шулдыр — беҙ уны (Ҡөръәнде) "Ҡәҙер кисендә" индерҙек.
2. "Ҡәҙер кисенең" нәмә икәнен һин беләһеңме?
3. "Ҡәҙер кисе" мең айҙан да хәйерлерәк.
4.  Ул көндә фәрештәләр үә Изге Рух (Ябраил) Раббының рөхсәте менән уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн бер-бер артлы инеп кенә торорҙар. 

5. "Ҡәҙер кисе" — именлек кисе. Таң ата башлағанға саҡлы дауам итер».


Ҡәҙер кисен доғалар уҡып, теләктәр теләп матур итеп үткәрәйек.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: