+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Әрәпе көнө

Ураҙа айыты алдынан килгән көн. Ул – изге байрамыбыҙға әҙерлек көнө.  Таҙарынырға, йыйыштырырға һәм бешеренергә тейешбеҙ. Иң беренсенән, уйҙарҙы, һүҙҙәрҙе, ғәмәлдәрҙе тәртипкә килтереү зарур.

Бөгөн – Әрәпе көнө
Бөгөн – Әрәпе көнө

Әйтер һүҙең көмөш булһа, өндәшмәүең – алтын, тиҙәр бит. Өндәшмәгән өйҙәй бәләнән ҡотолған, ти халыҡ. Был мәҡәлдең мәғәнәһе бик тәрән. Бында бәндә алдындағы яуаплылыҡтан бигерәк Аллаһ тәғәләнең алдындағы яуап күҙ уңында тотола бит инде. Әйтелгән бер һүҙ ҙә эҙһеҙ юғалмай. Шуға ла: "Яҡшы һүҙең булмаһа, өндәшмә!" – тигән халыҡ аҡылы.

Телебеҙҙә матур һүҙҙәр бихисап! Шуға матур һүҙҙәребеҙҙе, изге теләктәребеҙҙе йәлләмәйек, дуҫтар!

Барығыҙҙы ла изге көн – Ураҙа айыты менән ҡотлайбыҙ! Ғүмеребеҙгә бәрәкәт бирһен, йорт-илебеҙ тыныс булһын, афәттәр урап үтһен, ике донъя рәхәтен татырға насип итһен Үҙе!

Сығанаҡ һәм фото: Ляля Рафикова

Бөгөн – Әрәпе көнө
Бөгөн – Әрәпе көнө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: