+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Инсаф ураҙа ла тота

Балиғ булған һәр мосолман ураҙа тоторға тейеш. Балаларға мотлаҡ булмаһа ла, 7 йәштән ураҙа нескәлектәренә өйрәтә башларға кәрәк, тиелә динебеҙҙә. Аллаға шөкөр, изге Рамаҙан айында үҙ теләге менән ғибәҙәт ҡылыусыларҙың күбәйеүен күрәбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында ураҙаның ни икәнен төшөнөргә теләүселәр арта. Салауат районы Әлкә ауылынан Инсаф Шәмсетдинов та – шундай­ҙарҙың береһе.

Инсаф ураҙа ла тота
Инсаф ураҙа ла тота

Егет IX синыфта белем ала. Яҡшы өлгәшә, яратҡан дәрестәре – физкультуpа, физика, геoгpафия, баш­ҡopт әҙәбиәте. Шиғырҙар һөйләргә әүәҫ, хатта район бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар ҙа яулап һөйөнә. Ағаһы менән апаһынан өлгө алып, ул да гәзит-журналдарға яҙышып тора.
Бар нәмә ғаиләнән башлана. Инсафтың әсәһе Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ураҙа тота. Унан күрмәксе, үҫмер инде икенсе йыл был ғәмәлде ҡалдырмай. Тулыһынса килеп сыҡмай әлегә, ураҙаны башта – 5, аҙаҡтан 5 көн тотоп ҡуя. Иртәнсәк сәхәргә бергә торалар. Көндөҙ ваҡыт уҡыу, йорт эштәре менән һиҙелмәй үтеп китә, ти егет. Ул арала ауыҙ асыр мәл дә етә.
Инсафҡа 3 йәш сағында атаһы юл фажиғәһендә һәләк була. Аллаға һыйыныу ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Алмас ағаһы менән Наҙгөл апаһы мәсеткә йөрөй, даими саҙаҡа-хәйер биреп, барыһына ла ярҙам итергә генә торалар. Инсафтың да артабан динде ныҡлап өйрәнергә теләге бар. Иншалла, изге теләктәрең тормошҡа ашһын!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: