+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Апрель 2024, 10:20

Инәйҙәр доғаһы

Хәтерләйһегеҙме, беҙ бәләкәй саҡта ололар ошондай доғалар уҡый торғайны. Иҫтә ҡалдырыуы ла анһат. Үҙегеҙгә күсереп ятлап алығыҙ.

Инәйҙәр доғаһыИнәйҙәр доғаһы
Инәйҙәр доғаһы

Ятһам — йә Аллаһ, торһам – иншә Аллаһ,
Был ятыуҙан тора алмаһам — иман бирһен бер Аллаһ.
Иман менән үтәйем, ислам менән китәйем.

Хәтәр-хәтәр кистәрҙә һулым уңға әйләнһен,
Телемә иман бәйләнһен.
Аллаһ, Аллаһ тигәндә — ҡараңғы гүрем яҡтырһын,
Собханаллаһ тигәндә — ожмах ишеге асылһын.

Хәйерле эшкә хәрәкәт бир, ашыбыҙға бәрәкәт бир,
Йәнебеҙгә тыныслыҡ бир, малыбыҙға өлөш бир.
Беҙҙән борон үткәндәр, беҙҙән өмөт иткәндәр,
Өс әлхәм, өс ҡолһыуалла — һауабын бирһен бер Аллаһ.
Амин, Аллаһу әкбәр!!!

Картина: Гөлфирә Ҡансурина, "Аҡ кәзә". Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

Сығанаҡ:Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас