5 нәмә — АЛЛАҺТАН, 5 нәмә – ҮҘЕҢДӘН. Имеш, бер ваҡыт Аллаһы Тәғәлә Муса ғәләйһиссәләмгә әйткән: "5 нәмә — Минән, ә 5 нәмә – һинән". Илаһилыҡ — Минән, ә ғибәҙәт ҡылыу – һинән. Ниғмәттәр — Минән, ә шөкөр итеү – һинән. Тормошҡа ашырылыу, башҡарылыу — Минән, ә доға ҡылыу – һинән. Тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙең хәл ителеүе — Минән, ә сабырлыҡ күрһәтеү – һинән. Йәннәт — Минән, ә бойһоноу, итәғәт итеү — һинән.
Сығанаҡ: интернет селтәренән.
Фото: “Аҡтау ауылы”төркөмө.