+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйҙәрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була

Был уй-теләктәрҙе бер епкә теҙгән кешеһенә мең сауап!

Әсәйҙәрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була
Әсәйҙәрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була

Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит.

Йә, Аллаһ, уларҙың иманын нығыт. Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир. Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер.

Йә, Аллаһ, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.

Йә, Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһын.

Йә, Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир?! Бәхет башы - тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡлы ит!

Йә, Аллаһ, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла?! Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын.

Йә, Раббым, балаларыбыҙҙы ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыуҙан, кеше рәнйетеүҙән тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр, көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар энергияһы теймәһен! Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт!

Йә, Аллаһ, балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон! Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын!

Йә, Аллаһ, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһа ине!

РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп нығыт - Һине яратыусы, һиңә һыйыныусы, ҡушҡаныңды үтәүсе, тыйғаныңдан тыйылыусы булһындар!

Йә, Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы оҙон ғүмер, иман байлығы бир. Үҙҙәрен тәьмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙенә ҡарап, тилмерешеп йөрөүҙән һаҡла!

Йә, Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт һәм бәрәкәт, алған белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт, тырышлыҡ бир?!

Фото: интернет селтәренән.

Сығанаҡ: ТОРМОШ ӨЙРӘТӘ УЛ...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: