+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Юл алдынан доға ҡылығыҙ...

Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доғаны уҡырға кәрәк: "Собханаллаhи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмиллаһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Юл алдынан доға ҡылығыҙ...Юл алдынан доға ҡылығыҙ...
Юл алдынан доға ҡылығыҙ...

Мәғәнәһе:"Аллаһ, һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, атай-әсәйҙәрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Амин!"

Сығанаҡ һәм фото: Иман нуры

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас