+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡашҡаҙан паркында — "Ҡорбан-фест"

17 июндә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Ҡорбан Halal Fest» байрамы үткәрелә.

Ҡашҡаҙан паркында — "Ҡорбан-фест"
Ҡашҡаҙан паркында — "Ҡорбан-фест"

 Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала байрам концерты, көнсығыш йәрминкәһе, балалар анимацияһы, конкурстар, бүләктәр һәм былау менән һыйлаясаҡтар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Ҡорбан Halal Fest» — үҙ майҙансығында төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән ғаилә байрамы. Был сара халыҡтар араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе нығыта, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштыра.

Ойоштороусылар  — Өфө хакимиәте булышлығында республиканың Халыҡ-ара ислам бизнесы ассамблеяһы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, «Ферзь эшлекле клубы» йәмәғәт ойошмаһы, «Сәләм» хәйриә фонды.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Инеү ирекле. 0+

 

https://www.bashinform.

Автор:
Читайте нас: