+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорбан байрамы менән!

Ҡорбан байрамы – Ислам диненең иң оло байрамдарының береһе.

Ҡорбан байрамы менән!
Ҡорбан байрамы менән!

 Мосолман халҡы өсөн бик мөһим көн. Ул бынан бик күп йылдар элек барлыҡҡа килгән һәм уның үҙ йолалары бар.
Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, ураҙанан 70 көн үткәс, башлана һәм өс көн дауам итә. Ул хаж тамамланыуын белдерә.

Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ, кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә, тыу һыйыр ҡорбанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.
Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, береһен ғаиләңә ҡалдырырға, икенсе өлөштө туғандарға, таныштарға таратырға, өсөнсөһөн ярлыларға бирергә ҡушыла. Ҡорбан салыр алдынан мосолман Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, ниәт ҡылырға тейеш. Ғәйет намаҙы үткәс кенә һуялар. 

Мосолмандарҙың изге байрамы – Ҡорбан ғәйетен изге теләктәр теләп, матур итеп үткәрәйек. Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә рух ныҡлығы, күңел сафлығы, именлек, һаулыҡ бирһен!

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: