Һижри иҫәп буйынса йыл мөхәррәм айынан башлана. Ә уның 10-сы көнө Ғәшүрә көнө билдәләнә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә Ерҙе һәм күкте юҡтан бар иткән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә Ғәшүрәлә яралтҡан. Изге байрамда бәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе бәләләрҙән ҡотолдорола. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡан.
Ғәшүрә ғәрәпсәнән ун тигәнде аңлата. Сәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ! Башҡа көндәргә ҡарағанда ни өсөн Ғәшүрә көнөн Аллаһы Тәғәлә шулай артыҡ итте?»- тип һораған. Рәсүлүллаһ былай тигән: "Дөрөҫ, Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе үә күктәрҙе Ғәшүрә көнөндә яратты, диңгеҙ лә Ғәшүрә көнөндә яратты, Ләүхел – Мәхфузделә, ҡәләмде лә Ғәшүрә көнөндә яратты. Әҙәмде Ғәшүрә көнөндә яратты, әсәбеҙ Һауаны Ғәшүрә көнөндә яратты. Йәннәтте яратты һәм атабыҙ Әҙәмде ожмахҡа Ғәшүрә көнөндә индерҙе.(Башҡортса википедиянан.)