+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә көнө - ниндәй көн? Тип һораны бер кеше,

Ғәшүрә көнө
Ғәшүрә көнө


Белгәнемде яҙам әле
Бер аҙ аңлатыу өсөн.

Был көндө ҡылған изгелек
Тик ерҙә генә ҡалмаҫ..
Ҡылған яҡшылыҡтарыңды
Бер кем тартып алалмаҫ…

Ғәшүрә көн пәйғәмбәрҙәр
Бәләләрҙән ҡотолған..
Бик күп кенә яманлыҡтар
Яҡшылыҡтан отолған…

Ғәшүрә көн Раббым- Аллаһ
Тәүге кеше бар иткән…
Был - ир кеше һыны булған
Әүәләнгән балсыҡтан.

Бар Ғәләмдә берәү генә
Булған ошо есемгә
Йәнен өргәс, ул Әҙәм тип
Биргән ти исемен дә.

Уның уң ҡабырғаһынан
Бар иткән тағы бер һын,
Иң тәүге инәбеҙ булған
Һауа исемле ҡатын.

Йәшәгән улар ожмахта
Белмәй тормош нужаһын,
Аллаһ тыйғандан тыйылып
Үтәп уның ҡушҡанын.

Берҙәнбер көн яуыз Иблис
Баҫып былар алдына,
Ҡотортҡан гонаһ ҡылырға
Ашарға ҡыҙыл алма!

Аллаһы Тәғәлә тыйған
Был алманы ашауҙан,
Ә йәштәр көс табалмаған
Нәфсе тыйып ҡалыуҙан.

Иблис ҡотортоуын тыңлап
Улар яңлыш эшләгән,
Аллаһ тыйғандан тыйылмай
Гонаһлы эш эшләнгән.

Аллаһы Тәғәлә бер ҙә
Риза булмай был эштән,
Әйткән Әҙәм һәм Һауаға:
"Ҡыуам һеҙҙе ожмахтан!

Хәҙер ебәрермен һеҙҙе
Үҙем бар ҡылған Ергә,
Шул Ерҙә ғүмерҙәр итеп
Һынауҙарҙы үтергә!

Әгәр күрһәтә алһағыҙ
Тик Яҡшы ғына яҡтан,
Булыр һеҙҙең урынығыҙ
Түрҙәрендә ожмахтың!

Әгәр инде һеҙ барһағыҙ
Юлы буйлап шайтандың,
Утын булып янырһығыҙ
Ялҡынында тамуҡтың!"

Ете ҡат Ер, ете ҡат Күк
Ғәшүрә көн яһалған,
Аллабыҙ "Бар бул!" тигән дә
Юҡтан бар яһап ҡуйған!!!

Һүҙен биргән Тәүбә ҡылып
Тәүге Әҙәм Раббыға,
Үҙен донъяға яралтҡан
Юҡтан Бар ҡылыусыға!

Ожмахтарға керер өсөн
Яҡшы эштәр ҡылырға,
Уның ҡушҡандарын үтәп
Тыйғандан тыйылырға.

Раббым Аллаһ ҡабул иткән
Әҙәм ата Тәүбәһен,
Был көн дә булған Ғәшүрә,
Шатлыҡлы көн, изге көн!

Ул саҡта шайтан – Иблис тә
Ожмахта бит көн күргән,
Әҙәм, Һауа менән бергә
Ул да Ергә һөрөлгән…

Иблискә Раббым Алланан
Хәтәр яза эләгә,
Ожмахтарҙы ул күрәлмаҫ,
Тамуҡта ул мәңгегә!

Нишләмәк кәрәк, Аллаға
Бер кем ҡаршы торалмай,
Әҙәм – ир, Һауа - ҡатын-ҡыҙ
Ерҙә көн күрә башлай.

Бик күп нәҫелдәр үрсегән
Әҙәм менән Һауанан,
Беҙҙең тәүге Инәбеҙ һәм
Беҙҙең тәүге Атанан.

Иблис тә шул ваҡыттарҙан
Ерҙә йәшәй башлаған,
Шайтан яуын йыйып алып
Әмер биреп ташлаған.

"Яҡшы юлдан яҙҙырайыҡ
Әҙәмдең балаларын,
Шул Әҙәмдең арҡаһында
Тамуҡта беҙҙең урын!"

Әҙәмдең нәҫелдәренә
Шайтандар ҡотҡо һала,
Төрлө - төрлө Яманлыҡҡа
Ҡотортоп ҡына тора!

Бына шул Әүүәл замандан
Әҙәмдәр ғәмәл ҡыла,
Яҡшымы ул, Яманмы ул
Яҙылып ҡына тора.

Бирешмәйек Иблискә беҙ
Шайтандарҙан ҡасайыҡ,
Әҙәм Атабыҙ һүҙенә
Тоғро булып ҡалайыҡ!

Ергә мәңге килмәгәнбеҙ,
Ҡунаҡ ҡына беҙ бында,
Мәңгелеккә барған саҡта
Күңел булһын иманда!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә

Ғәшүрә көнө Мөхәррәм айының 10-сы көнө билдәләнә. Ғәшр - ғәрәпсә һүҙ, башҡортса ул ун тигән һүҙҙе аңлата.


   

 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: