Унда Илеш, Кушнаренко, Баҡалы, Саҡмағош, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан һәм күрше Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районынан килгән 125 бала йәш айырмаһына ҡарап 3 номинация буйынса көс һынашты.
Дин мәсьәләләренә, шәриғәт закондарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, тәжүид ҡағиҙәләрен аңлатып, Ҡөрьән китабынан аяттар уҡынылар, сүрәләр һөйләнеләр.
Билеттарға яҙылған 8 һорауға тәрәнтен бирелгән яуаптар балаларҙың ярышҡа ныҡлы әҙерлек менән килеүен күрһәтте. Мәртәбәле жюри ағзалары һәр бәйгесене ихлас тыңлап, лайыҡлы һәм ғәҙел баһа бирҙе.
7 йәшкә тиклем балалар араһында 1-се урында – Ислам Сәйфуллин, Ибраһим Имелбаев – икенсе, Шамил Шәйҙуллин өсөнсө булды. 8 йәштән 11 йәшкә тиклемгеләр араһында Рания Имелбаева еңеп сыҡты, Рәхим Шакиров – икенсе, Батырхан Баһманов өсөнсө урынды яуланы.
12 – 17 йәштәгеләр араһында Кәрим Шакиров иң-иңе булды. Ислам Баһманов менән Мәлик Ғәзетдинов – икенсе, өсөнсө урындарҙа.
Еңеүселәрҙе матур бүләктәр көтә ине. Беренсе урынды алыусыларға – велосипед, икенсе урындағыларға – смарт-сәғәт, Ҡөрьән лампаһы, өсөнсө урын яулаусыларға фитнес-браслет һәм фотоаппарат тапшырылды. Ҡатнашҡан һәр балаға дини китаптар, иҫтәлекле бүләктәр, күстәнәстәр һалынған пакеттар бирелде.
Бәйгегә килгән барлыҡ ҡунаҡтар ҡорбан итенән бешерелгән былау менән һыйланды. Уны Илиза, Мөхлисә, Ирина апайҙар бешергәйне.
Өйлә намаҙына саҡырып аҙан яңғырағас, бөтә ҡатнашыусыларҙың һәм килгән ҡунаҡтарҙың намаҙ уҡыуы тулҡынландырғыс, һөйөнөслө күренеш булды. Ял итеү майҙансығында аниматорҙар үткәргән уйындарға ихлас ҡушылған балаларҙың шат тауыштары йәм өҫтөнә йәм булды. Татлы мамыҡ менән һыйланыусылар ҙа бик ҡәнәғәт ине.
Ҙур ғына был сараның ойошҡанлыҡ менән алып барылыуына һоҡланып, килгән ҡунаҡтарҙың да фекерен белгем килде. Илеш, Баҡалы райондарының имам-хатибы Рөстәм Әбушахмин республикала йәшәүсе балаларға изге теләктәрен еткереп:
– Шәфҡәтле, миһырбанлы, кешелекле һәм иң беренсе сиратта атай-әсәйҙәренә ҡарата ихтирамлы булған кеше маҡтауға лайыҡ. Балаларға дини белем биреү өсөн бөтә мөмкинлектәр булыуы ҡыуаныслы, – тине.
Кушнаренконан Рәсимә Ғәҙелова, Илеш районының Дөмәй ауылынан Зәмзәмиә Ҡазыханова, Үрге Йәркәйҙән Гөлнур Шәйҙуллиналар үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрен был ярышҡа алып килгәйне. Ойоштороусыларға рәхмәттәре ҙур ине. Лилиә Хафизова 9 йәшенән дин һабаҡтарын өйрәнә икән. Әлеге көндә Нефтекама педагогия коллежында белем ала. «Һигеҙ йыл дини лагерға йөрөнөм. Әле лә был байрамға теләп килдем. Ибраһим хәҙрәткә ихтирамым, рәхмәтем сикһеҙ», – ти ул.
Ярышты ойоштороусы «Иман» мәсете хатибы Ибраһим хәҙрәт: «Балаларҙың йәйге каникулында ойошторолған лагерь сменаһының эшен бына ете йыл рәттән ошондай ҙур сара менән тамамлайбыҙ. Быйыл йөҙҙән артыҡ бала йөрөнө. Ярышта ҡатнашыусыларға бүләктәрҙе халыҡ биргән аҡсаға алдыҡ. Аллаға шөкөр, быйылғы смена тамамланды. Дин һабаҡтарын өйрәнергә теләгән балалар менән икенсе йылда ла ошондай лагерь ойошторорға теләк бар», – тине.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт мәктәбе.