Динем – Ислам,
Дин – йәннәт,
Пәйғәмбәрем –
Мөхәммәт.
Изге китап
Ҡөръәнем –
Аллаһ биргән
Йәм-йәнем.
Йома етһә,
Барыбыҙ
Ғибәҙәткә
Барабыҙ.
Манарала
Һилал – ай,
Яңы ғына
Тыуған ай;
Йондоҙо бар
Янында.
Ислам дине –
Ҡанымда!
Гүзәл СИТДИҠОВА.
Фото: "Башҡортса асылмалар" телеграмм-каналынан.