Дәрес-осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге педагогы хажиә Дилара Рафиҡованы саҡырғайнылар. Шулай уҡ дәрестә белем усағының директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов, уҡытыусылар Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Ҡарасова менән Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров та ҡатнашты.
Хажиәнең фәһемле сығышынан һуң дәрес мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ, тип тәрбиәүи мәҡәлдәр менән тамамланыуы ла күптәрҙең күңеленә оҡшаны. Уҡыусылар ҙа мәҡәлдәр әйтте. Дәрестең девизы:”Әҙәптең нигеҙе – тәүфиҡ” булһа, темаһы: “Әҙәп барҙа - иман бар” ине.
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы уҡыусыларға Ҡөрьән китабы, дини тәрбиә хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, осрашыу аҙағында бар гимназистарға доғалар таратты.
Был йөкмәткеле дәрес-осрашыуҙы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова ойошторҙо һәм алып барҙы. Бик матур дәрес-осрашыу булды.