+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
28 Февраль 2025, 15:43

Сәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғыры

Өләсәйем сәхәр эсә, Мин дә бергә уянам,

Сәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғырыСәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғыры
Сәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғыры

Бигерәк тәмле сәхәр сәйе,
Уянғанға ҡыуанам.
Баллы сәксәк, татлы йөҙөм,
Ҡара емеш, күрәгә...
Сәхәр тәме үҙе башҡа – 
Кемгә әле эләгә!
Өләсәйем менән бергә
Мин дә тотам ураҙа:
- Афарин, - тиҙәр ололар, 
-Күңелең булыр таҙа.
Тик кискә тиклем түҙмәнем,
Ашаным да ҡуйҙым шул,
Шым ғына өҫтәл аҫтында

Икмәк ашап туйҙым шул.

- Беҙ күрмәһәк, Алла күрә, 
- Тине, белгәс, өләсәй,
 - Мөслим бала ололарҙы
Алдамай ғына йәшәй.

Шулай ҙа һин афаринһың,
Ашаның төшлөк үткәс,
Әле һиңә биш кенә бит,
Түҙерһең бер аҙ үҫкәс!

 

Фото: yandex.

Сәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғыры
Сәхәр. Гүзәл Ситдыҡова шиғыры
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас