Бөтә яңылыҡтар

Күберәк изгелек эшләйек

Секунд һайын кемдер берәү был донъяны ташлап китә.

Күберәк изгелек эшләйек
Күберәк изгелек эшләйек

Беҙ ҙә шул сиратҡа баҫҡанбыҙ.
Сиратта торорға яратмайым, тип кенә унан сығып китә алмайбыҙ.
Бер ҡасан да был сираттың аҙағына шылып баҫа алмайбыҙ.
Шулай уҡ бер ҡасан да үҙебеҙҙән алда күпме кеше барлығын белә алмайбыҙ.

Шулай булғас, сиратта торған саҡта...
— яҡшы нәмәләрҙе күберәк күрәйек;
— йәшәүҙең, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек;
— башҡаларҙы хөрмәт итәйек;
— күберәк изгелек эшләйек;
— юҡ-бар ғына үпкәләрҙе онотайыҡ.

Һәр беребеҙ – был донъяла ҡунаҡ. Бөтәбеҙҙең дә хоҡуҡтары ла, бурыстары ла тигеҙ, сиратта, үҙебеҙҙән алда торғандыҡы ла, артта торғандыҡы ла. Шуға, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе төрткөләмәй, сабыр ғына, һыйышып ҡына йәшәйек әле.

 

Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.

Гөлфирә Ҡансуринаның ижад эше. Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: