Хәҙистәрҙә килеүенсә, Ҡәҙер төнө – тап таҡ төндәрҙең береһендә.
Ҡәҙер төнө ошо төндәрҙең береһендә булырға мөмкин:
21 рамаҙан (20 буранайҙың ҡояшы байыу менән башлана һәм иртәнге намаҙ ингәнсе дауам итә);
23 рамаҙан (22 буранайҙың ҡояшы байыу менән инә);
25 рамаҙан (24 буранайҙың ҡояшы байыу менән инә);
27 рамаҙан (26 буранайҙың ҡояшы байыу менән);
29 рамаҙан (28 буранайҙың ҡояшы байыу менән).
Раббыбыҙ беҙҙең Өммәтебеҙҙе йөрәктәрҙе таң ҡалдырған, аҡылдарҙы иҫ китәргән ғәжәйеп өҫтөнлөктәр һәм бөйөк мөмкинлектәр менән бүләкләгән — Аллаһ Тәғәлә беҙгә мең айҙан яҡшыраҡ булған Ҡәҙер төнөн осратыу бәхетен биргән. Шул бәхеттән баш тартып, ғафил булып, йоҡлап ятырбыҙмы, әллә шул изге мәлде Раббыбыҙ ризалығы өсөн ғибәҙәттәргә бағышларбыҙмы — һәр кем үҙе һайлай.
Ҡәҙер төнөн осратып, бар гонаһтары ғәфү ителгән Аллаһ ҡолдарынан булырға яҙһа ине беҙгә!
Сығанаҡ һәм фото: Мөслимә яҙмалары.