Ә Нурсолтан өйрәнеп бөткән инде: тиҙ генә яуаптарын теҙә. Күгәрсен районы Тәүәкән мәктәбендә уҡый ул. Алты йәш тә ике айлыҡ сағынан I синыфҡа барған. Алдынғыларҙан һанала. бар фәндәр ҙә еңел бирелә, шулай ҙа иң оҡшағаны – йәмғиәтте өйрәнеү. Әсәһе ошо фәндән уҡытҡанғалыр, бәлки.
– Нурсолтан улым балалар баҡсаһын бик яратманы, шуға уҡырға иртәрәк бирергә тура килде. Әле лә, иртә биргәнгә үпкәләмәйһеңме,тип үҙенән һорап алам. Ю-уҡ, ти.
Хәтере яҡшы, шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап ала. Дәрестән ҡайтҡас та өйгә эштәрен эшләп ҡуя, - тип ғорурланып һөйләй Фирүзә Тәлғәт ҡыҙы.
Өс ул үҫә был ғаиләлә. Арыҫлан Өфөлә университетта уҡып йөрөй, Батырхан – X, Нурсолтан VIII синыфта белем ала. Ауыл ерендә лә туған телдә һөйләшмәгән балалар бар, сер түгел. Ә Фирүзә Тәлғәт ҡыҙы ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларға ла өйөндә урыҫса аралашмаҫҡа ҡуша. Үҙенекеләр башҡорт телен дә, урыҫ телен дә яҡшы белһен өсөн Һәҙиә Дәүләтшина, Лев Толстой, Шолохов кеүек яҙыусыларҙың китаптарын уҡыта. Ятыраҡ һүҙҙәр килеп сыҡһа, нимә аңлатҡанын, улдары аңлағанмы икәнен һорап, бергәләп асыҡлап ҡуялар.
Нурсолтандың телгә маһир икәнен һеҙ ҙә "Бәйләнештә" селтәрендәге видеолары аша беләһегеҙҙер әле, моғайын. Күптән түгел ул үҙенең "Йәш фермер" тигән төркөмөн дә булдырҙы. Мал ярата ул, бигерәк тә аттар менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Көн дә үҙенә тәғәйен эштәрҙе ихласлап башҡара. Ауылда йәшәүҙәренә бик шат. Эш белеп, аҡса тоторға ла өйрәнеп үҫә. Ысынлап та, йәш фермер тиеү тап киләлер уға. Ғаиләлә күпләп мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Ә көҙ көнө өйрәк, күркә, ҡаҙҙарҙы һатҡас, әсәләре уларға берәренең аҡсаһын биреп ҡуя. Килемгә йыйған аҡсаларын да ҡушып, былтыр Батырхан менән Нурсолтан берәр быҙау һатып алған. Уны үҫтереп, 40-45 меңгә һатҡандар. Аҡсаһына Батырхан тағы ике быҙау алған, ә Нурсолтан берҙе. Ҡалған аҡсаһына яҙға ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн әйберҙәр – күрек, балауыҙ, рам һатып алмаҡсы. Егәрле, тырыш егеткә был башланғысында уңыш теләйек!
Тәбиғәткә ғашиҡ ғаилә яҙ етеү менән урманға сыға башлай. Йәй буйына ашарға яраҡлы бөтә үҫемлектәрҙе, емеш-еләкте тәмләп, ҡышҡылыҡҡа сәйҙәр әҙерләп ҡуялар. Һәр үләнде япрағынан танып, исемен, нимәгә файҙалы икәнен белеп торалар. Улай ғынамы? Һәр йондоҙҙоң урыҫса, башҡортса аталышын, ҡайһыһы ҡасан күренгәнен дә өйрәткән әсәйҙәре.
Тағы ла Нурсолтан 7 йәшенән намаҙ уҡый, ураҙа тота.
– Күп кенә сүрәләр беләм. Дин тәртипкә, нәфсе менән көрәшергә өйрәтә. Көн дә иртәнге сәғәт 5-се яртынан ғаилә менән сәхәргә торабыҙ, кис мәсеткә тәрәүих намаҙына йөрөйбөҙ. Маҡсатым – алға ынтылыу, ғилемемде,иманымды арттырыу, – ти ул.
– Иң яратҡан шөғөлөң ниндәй?
– Уҡтан атыу һәм йөҙөү. Баскетбол уйнарға ла яратам.
Тәүәкәндә бассейн бар, балалар унда рәхәтләнеп йөрөй. Бына шулай көндөң бер минутын да бушҡа әрәм итмәй Нурсолтан Хөсәйенов.
Ошондай уңған егеттәр үҫеп килгәндә, ауылдың, республикабыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа буласағына шик юҡ.