Был көндө мәсеттәрҙә ғәйет намаҙҙары уҡыла. Ураҙа тотоу – ул көнө буйы ас тороу ғына түгел, мосолмандар Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн ураҙала булыуҙарын һәр саҡ иҫтәрендә тоторға тейеш. Изге Ҡөрьән индерелә башлаған ошо айҙа һәр кем яҡшыраҡ булырға, нәфсеһен тыйырға, күберәк изгелек эшләргә, ғибәҙәт ҡылырға тырыша. Был артабан ғәҙәтебеҙгә әйләнһен ине.
Мосолман байрамдарын ҡоймаҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Таба еҫе сығарыу фарыз һанала бит. Иртә менән өләсәйҙәр, әсәйҙәр ғәйет ҡоймағы ҡоя. Унан мохтаждарға, күршеләргә лә өлөш сығаралар. Ғөмүмән, Ураҙа байрамында туғандар, дуҫтар бергә йыйылып, хәл белешеп, мәжлес ҡороу, тәмле ризыҡтар менән күмәкләп сәй эсеү йолаға ингән. Әйткәндәй, ғәйет алдынан фитыр саҙаҡаһы бирелә. Уны ғәйет намаҙына тиклем таратып ҡуйыу фарыз. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм был саҙаҡа хаҡында: «Кемдер ғәйет намаҙынан алда тапшырып ҡуйһа, ул ҡабул булған зәкәт тип һаналыр, ә кемдер намаҙҙан һуң бирһә, ҡәҙимге саҙаҡа булыр»,– тигән.
Ураҙа ғәйете Шәүүәл айының тәүге өс көнөндә байрам ителә. Бербереңде ҡот лап, бүләктәр бирешеү, балаларҙы ла ҡыуандырыу йолаға ингән. Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, мосолман ҡәрҙәштәр! Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын. Донъялар тынысланһын, өйҙәрҙә балаларҙың шат тауыштары ғына яңғыраһын. Һәммәгеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ!