+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ғәйет сәйҙәре

Изге Ураҙа байрамынБеләбеҙ бәләкәйҙән.Яҡты ниәттәрен уныңАңлатты өләсәйҙәр.

Ғәйет сәйҙәреҒәйет сәйҙәре
Ғәйет сәйҙәре

Гел иҫтә өләсәй менән
Таңдағы серле сәхәр.
Ашъяулыҡта тәмлекәстәр,
Һөтлө сәй, шаҡмаҡ шәкәр.

Кисен йыйылды инәйҙәр
Ауыҙ асырға бергә.
Ифтар мәжлесенең тәме
Тел осонда ғүмергә!

Уятты Ғәйет таңында
Усаҡта таба еҫе.
Ҡушып әсәйҙең ҡоймағын
Ғәйет сәйҙәре эстек...

Сығарам хәҙер үҙем дә
Таба еҫе Ғәйеттә.
Ҡабул булһын Ураҙалар,
Аҡланһындар өмөттәр!

Гөлдәриә ЙОСОПОВА.

Ғәйет сәйҙәре
Ғәйет сәйҙәре
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас