+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иман барҙа - әхлаҡ бар
25 Апрель 2025, 04:05

Бәхет нигеҙе — ғәфү итә белеүҙә

Психологтар:"Башҡаларға асыу, үпкә тотоусы кеше, иң беренсе сиратта, үҙенә зыян килтерә. Сөнки ул үҙен үпкәләткән кешене, уға бәйле ваҡиғаларҙы йыш иҫенә төшөрә. Шунлыҡтан кәйефе төшә.

Бәхет нигеҙе — ғәфү итә белеүҙәБәхет нигеҙе — ғәфү итә белеүҙә
Бәхет нигеҙе — ғәфү итә белеүҙә

Әгәр үпкәләткән кеше яҡын туғаны йә ата-әсәһе булһа — үҙ бәхетенә үҙе үк кәртә ҡуя".

Үпкә оҙаҡҡа барһа — күңелде төшөрөп, хатта психик һаулыҡҡа ла йоғонто яһай. Ундайҙар менән аралашҡыһы килмәүселәр ҙә күп...

Сығыу юлы бар:

– Үҙеңде үпкәләтеүсене ғәфү итә бел!
– Үткәнде йөрәктә тотоп йәшәмә!
– Кисереү – рухи көс, рухи ирек!

ИСЛАМ да ошоға өйрәтә.
АЛЛАҺ Тәғәлә ярлыҡауҙы, ғәфү үтенеүҙе Ҡөрьән аша йыш ҡабатлай.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙистәрҙә былай ти:
– Имандың иң яҡшыһы — сабыр итеү һәм ғәфү итеү;
– Аллаһ ғәфү итеүселәрҙе ярата;
– Ғәфү иткәнде — Аллаһ үзе лә ғәфү итер;
– Асыуын йотоусы – ҙур әжергә ирешер;
– Сабыр иткәнгә — һауап;
– Ғәфү итмәү — гонаһ!

Хаҡ Тәғәлә йәннәт менән һыйлар өс сифатлы кешене:
Һине мәхрүм иткәнгә — яҡшылыҡ ит!
Һине йәберләгәнде — ғәфү ит!
Һине ташлағанды — ташлама!
Йомғаҡ:
Үпкә тотаһы урында – доға ҡыл, күңелеңде таҙартыр өсөн:
 "Әстәғәфируллаһ!
Йә, Раббым, мине ярлыҡа!"

 Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас