

Тағы ла ял көндәре Иҫке Собханғол ауылындағы «Әбделмән» мәсете ҡарамағындағы йәкшәмбе мәктәбенә лә йөрөй. Ул дин нигеҙҙәрен өйрәнә.
«Тәсним» йәш мөслимәләр иттифағы район мөхтәсибәте менән бергә үткәргән «Уҡы. Ятла. Уҡыт» ғәрәпсә һүҙҙәр уҡыу бәйгеһендә I урын яулап ҡыуанған. 6 йәшлек һеңлеһе лә мәҙрәсәлә мәктәпкәсә төркөмдә шөғөлләнә.
Бына шундай аҡыллы, тырыш ҡыҙ үҫеп килә.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Бөрйән районы.
Һүрәттә: Аида әсәһе һәм һеңлеһе Сафия менән.