

Йә Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан Үҙең һаҡл Ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән;
Насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән;
Хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән;
Ҡабул ителмәгән доғанан;
Ҡаты күңелдән;
Туймай торған нәфестән;
Ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән;
Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән;
Кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан;
Ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.
Йә Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!
Сығанаҡ: "Тамаша" төркөмө.
ФОТО: интернет селтәренән.