

Ә һеҙ был мөһим байрамдың тарихын беләһегеҙме? Ҡөрьән буйынса, Ибраһим пәйғәмбәр, Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип төш күрә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә уның өсөн был һынау ғына булып сыға. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойора.
Ҡорбан салыу шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла ул.
Беҙҙә күберәк һарыҡты, 6 – 7 айлыҡ бәрәстәрҙе ҡорбан итеп салалар. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.
Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Бер һарыҡ йәки кәзә – бер кеше, ә дөйә йәки һыйыр ете кеше исеменән салына ала. Һәр ҡайһыһы мосолман булырға һәм Аллаһ ризалығы өсөн салырға ниәт итергә тейеш. Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡалғанын ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә өләшә. Уның итен һатыу хәрәм.
Ғәйет байрамында мосолмандар ҡоймаҡ ҡойоп, тәмле ҡамыр ризыҡтары бешереп, өҫтәл әҙерләй, туғандарын, күршеләрен ҡунаҡ итә. Был көндө бүләк бирешеү ҙә матур йолаға әүерелгән.
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Мәсеттәргә барып, вәғәздәр тыңлап, дини китаптар уҡып, иманыбыҙҙы тағы ла байытайыҡ. Һәр берегеҙгә рух ныҡлығы, ныҡлы һаулыҡ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Бар донъяла тыныслыҡ урынлашһын.