+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән

Ҡорбан ғәйете  ̶  мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе. Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында ошо уңайҙан балалар өсөн бик матур сара ойошторғандар.

Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткәнҠунаҡбайҙа матур байрам үткән
Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән

 Дуҫлыҡ, Ерек, Болон, Сәскә урамдарында йәшәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаған, йүгергәндәр, һикергәндәр, футбол типкәндәр.

Һуңынан әсәйҙәр бешергән тәмле былау менән һыйланғандар, тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эскәндәр. Ғәйет байрамында балаларға бүләктәр ҙә таратылған.

Ошолай бергә йыйылышып күңел асыу, дини йолаларҙы өйрәнеү барыһына ла бик оҡшаған. Атай-әсәйҙәр киләсәктә балалар майҙансығын тәртипкә килтерергә һөйләшеп таралышҡан. 

 

 

Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән
Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән
Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән
Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән
Ҡунаҡбайҙа матур байрам үткән
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас