-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йома — иң бөйөк көн

«Йома — Аллаһ алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн.

Йома — иң бөйөк көн
Йома — иң бөйөк көн

Хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк. Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә — йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа».

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һүҙҙәре былар. Йома электән изге көн булып хәтергә һеңеп ҡалған. Атай-әсәйҙәребеҙҙең йома артынан башланған эш тә уңышлы булыр, тигәне лә хәтерҙә. Йомала ҡоймаҡ ҡойоп, сәйгә саҡырышыуҙар матур йола булып ҡала.

Был көндө изге теләктәр теләп, доғалар тыңлап, уҡып үткәрәйек. Йома мөбәрәк булһын!

Фото: "Башҡортса асылмалар" телеграмм-каналы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас