-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

Тиҙҙән изге Рамаҙан айы башлана. Әммә был мөһим айҙы лайыҡлы ҡаршылар өсөн нисек әҙерләнергә?

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр
Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

Ураҙа тоторға уйлағанда, иң мөһиме, алдан уҡ үҙеңде аслыҡ менән ҡурҡытмау: “Ҡайһылайтып ҡына ас йөрөрмөн, нисек кенә түҙермен?” - тигәнерәк уйҙарҙан ҡотолорға кәрәк. Алдан уҡ ошондай уйҙар менән көйләнгән кешегә ураҙа тотоу бик ауырға тура килә.

Ураҙа ваҡытында иң мөһиме – иртәнге аш – сәхәр. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Сәхәрҙә – бәрәкәт», – тигән. Сәхәрҙә бауырҙан үтте сығара торған ризыҡтар булырға тейеш. Бауырҙа үт йыйылһа, токсиндар барлыҡҡа килә. Әгәр сәхәрҙә еләк-емеш, һыу менән еңелсә генә ҡаплап алһағыҙ, үт бүленеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә сәхәрҙә мал-тыуар аҡһымдарына бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа, аҡ май, һурпалы аш ашау файҙалы. Майҙан ҡурҡырға ярамай. Аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгән кеше көнөнә кәм тигәндә 100-110 грамм май ҡулланырға тейеш. Был ризыҡтар токсиндарҙан таҙарта, матдәләр алмашыныуы яҡшыраҡ эшләй башлай.
 
Ифтар һыуҙан башланырға тейеш. Йылы һыу ашҡаҙанда көнө буйына йыйылған лайланы йыуып төшөрә. Шунан һуң ғына төп аҙыҡҡа күсәһең. Әгәр еләк-емеш ашағығыҙ килһә, уны ла һыу эскәс, ашар алдынан ҡабып ҡуйырға кәрәк. Әгәр еләк-емеште ашағандан һуң ҡапһаң, ул ашҡаҙандағы ризыҡты эшкәртеүҙе ауырлаштырасаҡ.
 
Ифтар менән сәхәр араһында кәм тигәндә биш сәғәт ваҡыт уҙырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтөргә тейеш. Шуға күрә ифтар менән сәхәр араһында ҡапҡылап йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә бына йылымса һыу эсеү файҙаға ғына.
 
Ашҡаҙанда аҙыҡ 5-6, хатта 7-8 сәғәт ятырға мөмкин. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт һыу эсергә ярамай. Ни өсөн тигәндә, һыу соляная кислотаны йыуып төшөрә. Әммә ашар алдынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәклеген әйткәйнек. Ашағандан һуң бик ныҡ һыу эскегеҙ килһә, бер-ике йотом сәй йәки ҡәһүә эсеп ҡуйырға ярай.

Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас