Өйгә тәмле еҫ тулған.
Уянғанымды белдереп,
Тамаҡты ҡырған булам.
Өләсәй мине саҡыра:
“Тор әйҙә, улым, кейен.
Йыуын да сәхәр эсәйек,
Ураҙаға кер бөгөн”.
Ашаным. Хәҙер эҙләйем:
Ҡайһы ерҙән керергә?
Өләсәйемә һырығам –
Төпсөнәмен белергә.
“Ҡояш ҡалҡып, байығансы
Ашамайһың, эсмәйһең,
Ҡөрьән, намаҙҙар уҡыйһың,
Насар һүҙ һөйләмәйһең.
Ас йөрөү һис ауыр түгел,
Раббыбыҙ ярҙам итә.
Зикер әйтһәң, доға ҡылһаң,
Ваҡытың еңел үтә.
Рамаҙан айы кешене
Сабырлыҡҡа өйрәтә.
Ҡушылғандарҙы үтәһәң,
Аллаһ Йәннәткә илтә”.
Кисен атай менән киттек
Тәрәүих намаҙына.
Ураҙаны ҡабул ит, тип
Һораныҡ Аллаһынан.
Зөлфиә ҒҮМӘРОВА.
Сығанаҡ һәм фото: Ашҡаҙар - моңло радио