-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йомшаҡ ҡына, ҡурҡаҡ ҡына

Бер көндө атайым менән әсәйем Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ап-аҡ ҡына ҡуян балаһы һатып алып ҡайтты. Күр­һәгеҙ икән нисек шатланғанымды! Аҡ ҡына булғас, Фәрештәм (Ангелочек) тип исем ҡуштым.

Йомшаҡ ҡына, ҡурҡаҡ ҡына
Йомшаҡ ҡына, ҡурҡаҡ ҡына

Карлик ҡуян тоҡомонан ул. 900 грамдан 1 килограмға тиклем үҫә. Бәләкәй генә, йомшаҡ ҡына. Бигерәк ҡурҡаҡ инде үҙе. Ҡолаҡ остары, күҙ эргәһе һоро ғына төҫтә. Төймәләй ҡара күҙҙәре йымылдап ҡына тора. Мин уны кишер, кәбеҫтә, бесән менән һыйлайым. Әле бәләкәс булғас, ашай ҙа йоҡлай, ашай ҙа йоҡлай. Беҙ уны көн дә балаҫ өҫтөндә йөрөтәбеҙ. Ҡуян­ҡайым аптырап тормай, тыпыр-тыпыр йүгерә ге­нә.
Үҙен уҡыуҙан һағынып ҡайтам. Уға арнап шиғыр ҙа яҙып ҡараным әле.

Ҡуяным

Өйҙә кескәй ҡуяным бар,
Ашай, йоҡлай ул гелән.
Матур итеп ҡарай миңә
Төймә күҙҙәре менән.

Ҡурҡытмағыҙ, өркөтмәгеҙ,
Ул бит бәләкәй генә.
Ашатһағыҙ, яратһағыҙ,
Яратыр ул һеҙҙе лә.

Әҙилә АҘНАБАЕВА, IV cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас