-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн — Ҡәҙер төнө

Ҡөръәндә 97-се сүрә Ҡәҙер кисенә арналған. Ул 5 аяттан тора: 

Бөгөн — Ҡәҙер төнө
Бөгөн — Ҡәҙер төнө

1. "Хәҡиҡәт шулдыр — беҙ уны (Ҡөръәнде) "Ҡәҙер кисендә" индерҙек.
2. "Ҡәҙер кисе"нең нәмә икәнен һин беләһеңме?
3. "Ҡәҙер кисе" мең айҙан да хәйерлерәк.
4.  Ул көндә фәрештәләр үә Изге Рух (Ябраил) Раббының рөхсәте менән уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн бер-бер артлы инеп кенә торорҙар. 

5. "Ҡәҙер кисе" — именлек кисе. Таң ата башлағанға саҡлы дауам итер».


Ҡәҙер кисен доғалар уҡып, изге теләктәр теләп, матур итеп үткәрәйек.

"Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы? — тигән һорауға Мөхәммәт пәйғәмбәр ”Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“, — тип яуап биргән. "Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине”, — тигәнде аңлата.

 

 

 

 

Бөгөн — Ҡәҙер төнө
Бөгөн — Ҡәҙер төнө
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас