+28 °С
Облачно
VKOKTelegram

Фитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙына тиклем биреү хәйерле

Мосолмандар йылына бер тапҡыр, рамаҙан айында, мохтаждарға, етемдәргә, ярлыларға фитыр саҙаҡаһы бирә.

Фитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙына тиклем биреү хәйерлеФитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙына тиклем биреү хәйерле
Фитыр саҙаҡаһын ғәйет намаҙына тиклем биреү хәйерле

Уны Ураҙа байрамынан алда биреп ҡуйыу хәйерлерәк. Ата-әсәләр уҡып йөрөгән, үҙҙәре ҡарамағында булған балалары өсөн фитыр саҙаҡаһын бирергә тейеш. 

Атай-әсәйеңә, өләсәй-олатайҙарыңа, балаларыңа, ейәндәреңә биреү дөрөҫ түгел икән. Шулай уҡ ир — ҡатынына, ҡатын — иренә фитыр саҙаҡаһын бирә алмай.

"Ғәйет көнөндә меҫкендәргә фитыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ", - тигән хәҙис бар.

Фитыр саҙаҡаһы биргән кеше уҡый торған доға: "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим".
Мәғәнәһе: "Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!"

Автор фотоһы. 



Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас