+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Бөгөн – Ураҙа байрамы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт-ғәләйһиссәләм аша изге Ҡөрьән Кәрим индерелә башлаған изге Рамаҙан айы тамам.

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Ислам диненең биш бағанаһы, нигеҙе бар: иман, намаҙ, ураҙа, зәҡәт һәм хаж.
Рамаҙан – тәрбиә айы. Ураҙа тотоу – ашауҙан тыйылып тороу ғына түгел, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн насар ғәҙәттәрҙән арыныу, изге ғәмәлдәр генә ҡылыу, түҙемле, көслө ихтыярлы булырға өйрәнеү. Күптәр Рамаҙан айында ваҡытын ислам дине тураһында китаптар уҡыуға, Ҡөрьәнде, хәҙистәрҙе өйрәнеүгә, доғалар ятлауға ла күберәк бүлгәндер.

Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙа иң ҙур байрамдарҙың береһе. Был көндө дин ҡәрҙәштәребеҙ ғөсөл ҡойоноп, йорт-ҡураһын матур итеп йыйыштырып, тәмле ризыҡтар әҙерләп ҡаршылай. Ҡунаҡҡа саҡырышыу, бүләктәр бирешеү йолаһы бар. Байрам өс көн дауам итә. Ҡәҙерле дуҫтар, Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, күркәм холоҡ насип булһын. Ер шарында тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас