+11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Игеҙәктәр Рамаҙан айын көтөп алған

Карина менән Зарина Әйүповалар – игеҙәктәр. Өфөләге Дмитрий Серге­ев исемендәге 4-се мәктәптең IX си­­ныфында яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр.

Игеҙәктәр Рамаҙан айын көтөп алған
Игеҙәктәр Рамаҙан айын көтөп алған

Дүрт йыл элек ҡыҙҙар осраҡлы ғына рәүештә «Туҡай» мәсетендәге йәйге сменаға ялға бара. Лагерҙан ҡыҙҙар дингә баҫып ҡайта, улар өсөн яңы донъя асыла.
– Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡый башланылар, үҙ аллы ғәрәп телен өйрәнделәр. Уларҙан күреп, аталары – тормош иптәшем Рузил Сәлихйән улы ла дингә килде. Мин әле бәләкәй ҡыҙыбыҙ менән декрет ялындамын, үҙ бизнесым бар. Нисектер үҙемде башҡаларҙан айырылған һымаҡ тоя башланым. Күп тә тормай, мин дә дин юлына баҫтым. Алла үҙенә ышанғандарға ҙур мөмкинлектәр аса – быға күмәкләп инандыҡ, – ти ҡыҙҙарҙың әсәһе Зөлхәмиҙә Шәриф­йән ҡыҙы.
Карина менән Зарина Ҡөрьәнде өйрәнеп кенә ҡалмай, Мысырҙан һәм Сәғүд Ғәрәбстанынан алып барылған онлайн дәрестәр аша ла белем ала. Был осһоҙ түгел, әммә ҡыҙҙар сараһын тапҡан: махсус каналда теләүселәргә дин хаҡында мәғлүмәт бирәләр, шуға ла университет уларҙы бушлай уҡыта.
Игеҙәктәр – өйҙә ҙур ярҙамсылар. Аталары вахта ысулы менән эшләй, әсәләре лә бушамай – шәхси эшҡыуар ул. Шуға кескәй Әмирәне лә ҡарайҙар, өй йыйыштырып, ашарға ла бешереп ҡуялар. Әсәләренә ифтарға өҫтәл әҙерләп көтөп кенә торалар, үҙҙәре лә ураҙа тота һәм әхирәттәре менән ауыҙ асырға йөрөшә. Рамаҙан айын көтөп алғандар.
Зарина киләсәктә үҙе лә дин дәрестәрен алып бармаҡсы, ә Карина хирург булырға хыяллана. Теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, ҡыҙҙар!

 

Фото: yandex.ru.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас